Вице-премьер-Ауыл хужалығы министры Илшат Фазрахманов Санкт-Петербургта предприятие директоры Сергей Серебряков менән осрашты. Илшат Фазрахманов белдереүенсә, Башҡортостан хужалыҡтары һуңғы биш йылда ғына 200-гә яҡын "Кировец" тракторы алған. Быйыл тағы 60-тан ашыу ошондай техника һатып алыу ниәте бар. Яҡшы, заманса техника тине министр. Башҡортостан делегацияһы бөгөндән 5 июнгә тиклем Петербург иҡтисади форумында ҡатнаша.