Республикала 16 меңдән ашыу бала социаль хеҙмәттәр күҙәтеүенә алынған

Был турала Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова белдерҙе. Уның һүҙҙәренсә, йыл һайын 2 мең самаһы бала социаль приюттарға эләгә. Төп сәбәп - ата-әсәләрҙең спиртлы эсемлек менән мауығыуы. Власть ошондай балаларҙың өстән бер өлөшөн кире ғаиләгә ҡайтарыуға ирешә. Уларҙың ата-әсәләренә төрлө яҡлап ярҙам күрһәтелә.