Силәбенән Инйәр ауылына килгән йәш ир мотоцикл һатып ала. Уға ултырып ҡайтырға сыға. Автоинспекторҙар хәбәр итеүенсә, ир идара итеү һәләтен юғалта һәм юл кәртәһенә килеп бәрелә. Ғүмере ваҡиға урынында уҡ өҙөлә. Яңы хужа мотоциклға документ алып та өлгөрмәй. Тейешле категорияға водитель танытмаһы ла булмауы асыҡланған.