Йома эшлекле йыйындың пленар ултырышында ил президенты сығыш яһай. Фекер алышыуға видео элемтә аша Австрия канцлеры һәм Ҡатар әмире ҡушыла. Киләһе йылда Ҡатарҙа үткән футбол буйынса донъя чемпионатында Рәсәй компанияларының ҡатнашыуы тураһында ла һөйләшеү була. Коронавирус пандемияһы осоронда бөтә дәүләттәрҙең дә һаулыҡ һаҡлау системаһы ҙур тәжрибә тупланы. Форумдағы төп темаларҙың береһе тап медицина үҫешенә ҡағыла. Халыҡ-ара йыйында беҙҙең республика делегацияһы ла ҡатнаша.