Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа беренсе уҡыуҙа ҡанун проекты ҡабул ителде. Уға ярашлы, алданған өлөшсөләр йорттарын төҙөгән компанияларға ергә түләү өсөн ташлама бирелә. Республикала 126 проблемалы торлаҡ бар, алданған өлөшсөләр исемлегендә 7 меңдән ашыу кеше иҫәпләнә.