Өс аҙна дауамында Мәскәүҙән Эндокринология үҙәге табиптары шәкәр диабеты менән ауырыған пациенттарҙы ҡабул итә. “Диамобиль” Өфө, Стәрлетамаҡ һәм Сибайҙа эшләй. Өс аҙна дауамында табиптар 350 кешене ҡарарға йыйына. Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, республикала 116 меңдән ашыу кеше шәкәр диабетынан яфалана.
Фотоһүрәт : "Башинформ" мәғлүмәт агентлығы сайтынан.