Ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, ғинуарҙан июнгәсә 79 миллион долларға тауар ситкә һатылған. Быйылға план 157 миллион доллар тип ҡуйылғайны. Хужалыҡтар башлыса май, иген һәм аҙыҡ-түлек экспортлай.