Унда Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров етәкселегендәге делегация утыҙға яҡын килешеү төҙөйәсәк.
Башҡортостан Хөкүмәте менән «А7 Агро» ауыл хужалығы предприятиеһы араһында документҡа ҡул ҡуйылды ла инде. Компания төбәктә 2017 йылдан бирле эшләп килә. Был ваҡыт эсендә баҫыу һәм фермаларҙы инвестициялау суммаһы 1 миллиард һумдан ашҡан. Киләсәктә аграрийҙар тағы ла яңы объекттар төҙөү өсөн ошондай уҡ күләмдә сығымдар бүлмәксе.
Башҡортостан сарала ҙур күргәҙмә тәҡдим итә. Вертолет һәм двигатель төҙөү буйынса яңы ҡаҙаныштар күрһәтелә. Туризм өлкәһен «Шүлгәнташ» ҡурсаулығының бәләкәй күсермәһе сағылдыра. Шулай уҡ Башҡортостан бренды – башҡорт балы, ҡортсолоҡ йүнәлешендәге эшмәкәрлек, солоҡ балын табыу менән танышырға мөмкин.
Рәмилә Исмәғилева