Башҡортостанда Милли медицина эндокринологиятикшеренеү үҙәге диамобиле эшләй

Your browser doesn't support HTML5 video.

Рәсәй һаулыҡ һаҡлау министрлығының мобиль үҙәге Өфө, Стәрлетамаҡ һәм Сибай ҡалаларында шәкәр диабеты менән сирләүселәрҙе ҡабул итәсәк. Эндокринология буйынса артабан хеҙмәттәшлек тураһында бөгөн ике яҡлы килешеү төҙөлдө.

Валентина Григорьевна шәкәр диабеты менән сирләүселәр иҫәбендә 25 йыл. Йәшәгән урыны буйынса поликлиниканан Мәскәүҙән килгән табиптарға күренергә йүнәлтмә алған.

Йөрәккә операция ла үткәрҙем. Сир йонсота. Ауырыуҙың миндә икенсе тибы. Элек эскән дарыуҙарҙан да файҙа юҡ тиерлек. Бәлки, был табиптар миңә артабан нисек дауаланырға кәрәклеген өйрәтер.

Валентина Куценко, пациент

Диамобиль пациенттарҙы Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһы биләмәһендә ҡабул итә. Мобиль үҙәктә Мәскәүҙән килгән эндокринолог, балалар эндокринологы офтальмолог, кардиолог һәм башҡа белгестәр эшләй.

Йылдан-йыл шәкәр диабеты менән сирләүселәр һаны артыуы күҙәтелә. Әле республикала улар 116 меңдән ашыу.

Беҙ Башҡортостанға 2005 йылда ла килгәйнек. Диамобиль егерме йылға яҡын ил буйлап йөрөй. 60 төбәктә булдыҡ. Беҙҙең табиптар пациенттарҙың хәлен ныҡлап өйрәнә. Сирҙәрҙе асыҡлау, диагноз ҡуйыуҙа һәм дауалауҙа юғары сифатлы медицина ярҙамы күрһәтелә.

Марина Шестакова, Милли медицина эндокринология тикшеренеү үҙәге директоры урынбаҫары, диабет институты директоры

Милли медицина эндокринологик тикшеренеү үҙәге менән республика араһында эндокринология өлкәһендә киләсәктә хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылды. Диамобиль Башҡортостанда 18 июнгә тиклем эшләй ҙә артабан юллана. Ике яҡ ҡатмарлы сирҙе дауалау өсөн кадрҙар әҙерләүҙә, дауалауҙа тәжрибә уртаҡлашасаҡ.

Рәмилә Исмәғилева