Балтас районында «Сәләмәтлек поезы» йөрөй башланы

Your browser doesn't support HTML5 video.

«Сәләмәт республика-сәләмәт төбәк» республика акцияһы сиктәрендә Балтас районында «Сәләмәтлек поезы» йөрөй башланы.

Сәләмәтлек акцияһы райондың иң ҙур 4 ауылында: Иҫке Балтас, Штәнде, Түбәнге Ҡарыш, Һәйтәктә Өфө табиптары пациенттарҙы ҡабул итә. Табиптар алыҫ араларға диагностика үтергә бара алмаған инвалидтарҙы һәм өлкән быуын вәкилдәренең һаулығын ныҡлап тикшерәсәк.

Бынан тыш, флюорогорафия, кардиограмма, маммография үтергә, хирург, невролог, онколог, кадиолог, уролог, стоматолог, эндокринологтарҙа консультация алып, йәш балаларҙы педиатрға күрһәтергә мөмкин. Шулай уҡ ауыл халҡына коронавирус инфекцияһына ҡаршы бушлай прививка яһатыу ҙа тәҡдим ителә.

Алдан табипҡа яҙылырға кәрәкмәй. Аҡ халатлылар халыҡты сират буйынса ҡабул итә. Ауыл-ҡасабаларҙа пропискала тороу мотлаҡ түгел, медицина тикшеренеүен теләге булған һәр кем үтә ала. Әгәр ҙә « Сәләмәтлек поезы» күрше ауылда ғына туҡтаған икән, ни бары ҡулыңда паспорт һәм мотлаҡ медицина полисың булыуы ғына шарт.

Гүзәл Борханова