Вакцина етештереүсе «Микроген « ойошмаһына билдәһеҙ кешеләр үтеп ингән

Your browser doesn't support HTML5 video.

Асыҡланыуынса, улар янғын ойоштороп медицина препараттары урлаған.

Именлек хеҙмәтенең күнекмәләре ошондай сценарий менән башланды. Махсус тәғәйенләнеш отряды халыҡты ағыуларға маташҡан террорсыларҙы эҙәрлекләне. Күнекмә шарттарына ярашлы ҡоралланған енәйәтселәр Өфөнөң Дим районында урынлашҡан баҡса йорттарының береһендә юҡ ителде.

Именлек хеҙмәте төрлө көс структуралары менән көтөлмәгән ваҡиғаларҙа берҙәм эш итеү, террор күренештәрен иҫкәртеү һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр эҙемтәләрен бөтөрөү буйынса оҫталыҡтарын камиллаштырҙы.