Өфөлә Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө уңайынан хәйриә концерты ойошторолдо

Your browser doesn't support HTML5 video.

Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө уңайынан хәйриә концерты ойошторолдо.

Тамашала хор артистары «Изге Иоан Златоуст» литургияһы әҫәре һәм «Месса» композицияһын башҡарҙы. Дирижер сифатында театрҙың баш хормейстеры Александр Алексеев сығыш яһаны. Кисәгә 500-ләп тамашасы йыйылды. Концерттан йыйылған аҡса Өфө хосписының балалар бүлегенә ҡорамалдар алыуға йүнәлтеләсәк.

Стафиевская Наталья