Белорет районында Силәбе өлкәһендә йәшәүсе 40 йәшлек ир «Wels-250» мотоциклында юл ситендәге ҡоролмаға бәрелеп һәләк булған. Водитель таныҡлығы булмаған уҙаман ике тәгәрмәсле транспортын теркәп тә өлгөрмәгән – асыҡланыуынса, ул мотоциклды Инйәр ҡасабаһында һатып алып, ҡайтырға ғына сыҡҡан булған. Осраҡ буйынса тикшереү башланған.
Ҡырмыҫҡалы районында 16 йәшлек Өфө егете «Альфа» мопедында алда барған КамАЗ бетоновозына бәрелгән. Аварияла мопедтың 17 йәшлек пассажиры зыян күргән, ул дауаханаға оҙатылған. КамАЗ руле артында ултырған 48 йәшлек ирҙең шулай уҡ водитель таныҡлығы булмауы билдәле.