Күгәрсен районында бал ҡорттары ҡырыла

Your browser doesn't support HTML5 video.

Мәҡсүт ауылында йәшәүсе умартасылар балдың мул булырына өмөтөн юғалтҡан. Ғәҙәттән тыш хәлгә ни сәбәпле? Ентекләберәк БЮТ каналы хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова әҙерләгән яҙмала.

Бал ҡорттары – уның булмышы. 90-сы йылдарҙа юғары уҡыу йортон тамамлап ауылға ҡайтып төпләнгән Урал Хәбибуллин умартасы кәсебен үҙләштерә башлай. Татлы ризыҡ менән республикала ғына түгел, күрше төбәктәргә лә һатыу итә. Хужалығында 135 күс иҫәпләнә. 30 йыл тирәһе бал ҡорттары менән шөғөлләнгән ир нескә биллеләрҙең күпләп ҡырылыуын тәүгә күрә.

Ағастар бал ҡорттары өсөн һаҡлап ҡалына, ләкин уларҙы һеркәләндереүсе бөжәктәр хәүеф аҫтында. Хәбибуллиндар әйтеүенсә, ғәҙәттән тыш хәлдең төп сәбәбе умартасыларҙы иҫкәртмәйенсә урмандарға ағыулы препараттар һибеүендә. Ошондай уҡ хәлгә Мәҡсүт ауылының башҡа йүнселдәре лә тарый. Күс алдында ҡырылған бал ҡорттарын күреп йөрәк әрней, ти атаһының умартасылыҡ эшен дауам иткән Эльдар Хәбибуллин.

Күгәрсен урмансылығының бүлек етәксеһе әйтеүенсә, урмандар ике препарат менән эшкәртелә. Уларҙың береһе ағыулығы буйынса 1-се һан аҫтында килә, тимәк, ул бал ҡорттары өсөн үтә лә хәүефле. Район буйынса 50 мең гектар биләмә эшкәртеләсәк, уларҙың күбеһе авиация ярҙамында башҡарыла.

Мәҡсүт ауылынан 7-8 километр алыҫлыҡта эшкәртеү алып барылғас, бал ҡорттары ни өсөн һаман да ҡырыла? Һорауға яуапты Ауыл хужалығын күҙәтеү идаралығы менән республиканың ветеринар хеҙмәте эҙләйәсәк. Комиссия һәләк булған бал ҡорттары, бал, үҫемлектәрҙең һеркәһен, препараттар менән эшкәртеү үткәрелгән баҫыу үләндәренең өлгөһөн алды. Улар акт төҙөп, экспертизаға ебәрелде. Һөҙөмтәләр яҡын арала билдәле буласаҡ.

Умартасылыҡҡа килгән зыян кимәлен әле аныҡ ҡына билдәләү мөмкин түгел. Бал ҡорттары күскә әйләнеп ҡайтҡас та башҡаларын зарарлауы ихтимал.

Миҙгеленә 5 тонна бал айыртҡан Хәйбуллиндар быйыл нисек буласағын әйтә алмай. Матди зыян ҡапланырмы – һорау әлегә асыҡ ҡала.

Әлфинә Килдейәрова