Республикала яғыулыҡ ҡойоу станцияларын төҙөү буйынса проекттар өҫтөнлөклө исемлеккә индерелде

Уларҙы ғәмәлгә ашырыуға 280 миллион һумға яҡын аҡса бүленә. Ике яғыулыҡ ҡойоу комплексы Өфө районында төҙөлә. Әле Республикала 262 өҫтөнлөклө инвестиция проекты ғәмәлгә  ашырыла, уларға дәүләт яғынан төрлө ташламалар ҡаралған.