2024 йылға тиклем Башҡортостанда инвалидтар өсөн 600 эш урыны булдырыла

Быйыл иһә 125 мөмкинлеге сикләнгән кешене эшкә урынлаштырыу көтөлә. Ошо маҡсатта 11 миллион һум бүленгән. Башҡортостанда  2010 йылдан алып инвалидтар өсөн 2 мең 200-гә яҡын эш урыны асылған, тип хәбәр итәләр Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан.