Башҡортостан продукцияһы Ҡатарға оҙатылыуы ихтимал

Санкт-Петербургта барған халыҡ-ара иҡтисад форумында республика менән таныштырыу сараһы үтә. Ҡатар делегацияһы вәкилдәре беҙҙә етештерелгән һыйыр һәм һарыҡ ите, шулай уҡ  балдың юғары сифатлы булыуы  хаҡында белдергән. Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры – Ауыл хужалығы министры Илшат Фазрахманов әйтеүенсә, Ҡатар компаниялары хеҙмәттәшлеккә әҙер.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Ҡатарҙа киләһе йылда футбол буйынса донъя чемпионаты була. Иртәгә халыҡ-ара иҡтисад форумының пленар ултырышында ил президенты сығыш яһай.