Өфөнән Көнсығыш сығыу юлына шәхси инвесторҙар 11 миллиард һум аҡса йүнәлтә

Был турала Хөкүмәт вице-премьеры Рәйеф Әбдрәхимов белдерҙе. Бөгөн Санкт-Петербургта Рәсәйҙәге иң ҙур концессион килешеүгә ҡул ҡуйыла. Ул федераль әһәмиәттәге М-5 “Урал” автомобиль юлына сығыу трассаһын төҙөү тураһындағы документ.  Шәхси инвесторҙарҙың аҡсаһы төҙөлөштө тиҙләтергә булышлыҡ итә, тип иҫәпләй Рәйеф Әбдрәхимов. Көнсығыш сығыу юлын 2023 йылдың аҙағында файҙаланыуға тапшырыу планлаштырыла. Юлдан тәүлегенә 23 меңгә яҡын автомобиль үтә ала.