Тель-Авив ҡалаһына тура рейс, балалар клиник дауаханаһы эргәһендә социаль ҡунаҡхана төҙөлөшө

Ошо һәм башҡа һорауҙар бөгөн Санкт-Петербург ҡалаһында барған Халыҡ-ара иҡтисади форумының икенсе көнөндә күтәрелде. Эшлекле осрашыуҙарҙа ауыл хужалығы тармағына бәйле аныҡ маҡсаттар ҙа үҙ урынын алды. Азат Ғәлиуллин ентекләберәк.

Башҡортостан үткән йыл һөҙөмтәләренә ярашлы, илдә ҡош һәм һыйыр малы итен етештереү буйынса алдынғылыҡты биләй. Производство күләме барлығы 427 мең тоннаны тәшкил итә. Республика Хөкүмәте 2024 йылға тиклем яңы инвестиция проекттары ярҙамында эште тағы ла арттырыу маҡсатын ҡуя.

Санкт-Петербург ҡалаһында үткән Халыҡ-ара иҡтисади форум башлағысҡа нигеҙ һалды. Республикала мал һимертеү комплексын төҙөү мәсьәләһе күтәрелде. «Мәләүез ит комбинаты» менән «Башҡортостан ит етештереүселәр союзы» компанияларынан торған бер агрохолдинг төҙөү эште яйға һаласаҡ тип көтөлә. Ошо тәңгәлдә проект өсөн миллиард 600 мең һумдан ашыу аҡса һалынасаҡ. Документҡа бөгөн ҡул ҡуйылды.

Әйткәндәй, инвестор Көйөргәҙе районындағы малсылыҡ фермаһы төҙөлөшөнә 200 миллион һум аҡса һалған да инде. Бөгөн эре мөгөҙлө мал һаны ике мең самаһы. 2023 йылға тиклем 9 меңгә еткереү маҡсаты ҡуйылған. Ит йүнәлешендә махсуслашҡан заманса комплексты Федоровка районында ла төҙөү ҡаралған. Ул 15 мең баш малға иҫәпләнәсәк.

Өфөнән Тель-Авив ҡалаһына тура рейс, ә республика балалар клиник дауаханаһы эргәһендә ата-әсәләр өсөн социаль ҡунаҡхана төҙөү күҙаллана. Форум сиктәрендә Башҡортостан Израиль һәм Бахрейн илдәре араһындағы эшлекле осрашыу үтте. Бахрейн короллеге вәкилдәре менән әңгәмә барышында ауыл хужалығы сәнәғәтенә бәйле тәҡдимдәр яңғыраны.

Башҡортостан ауыл хужалығы тармағына бәйле осрашыуҙар тик бының менән генә сикләнмәй. Аҙыҡ-түлек сәнәғәте тауарҙары әйләнешен яйға һалыу һорауҙары форумдың һәр залында тиерлек күтәрелде. Ул республика етештереүсеһенең производство күләмен арттырыуға, яңы эш урындары булдырыуға ҡайтып ҡала.

Азат Ғәлиуллин