Һирәк осрай торған патология...

Өфөнән бер йәшлек Богдан Дубровский тыумыштан ишетмәй, ҡолаҡтарында тишек юҡ. Быға өҫтәп, табиптар балала шеш тапҡан. Малайҙың әсәһе билдәләүенсә, сит илдә ҡатмарлы операциялар яһатыу талап ителә. Тик ҡиммәт. БЮТ каналы хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.

Тыуған көнөнән алып биш ай дауамында Богдан тынлыҡта йәшәгән. Ҡарашында аптырауы, ғәжәпләнеүе һиҙелә. Сурдологта ҡабул ителгәндә ул тәүге тауыштар ишетә. Махсус аппарат һәр кемгә шәхсән көйләнеп ҡуйыла. Ярты йылдан ашыу ҡулланғанғалыр, сабый ҡоролмаға өйрәнеп бөткән.

Нығытып ҡуйылған ишетеү аппараттары ярҙамында тауыш эске ҡолаҡҡа баш һөйәге аша инә. Богданға ҡатмарлы диагноз ҡуйылған. Ун мең баланың тик берәүһендә генә осрай – өсөнсө дәрәжәләге ҡолаҡҡа ҡатылыҡ, малайҙың ике яҡтан да тышҡы ишетеү юлы юҡ.

Яңыраҡ Богдандың әсәһе сит ил табиптары менән онлайн консультация үткән. Белгестәр анализдар насар булыуын иҫкәртә. Малайҙа шеш табылған. Холестеатома үҫеп, баланың ишетеү һөйәктәрен, мейеһен зарарлауы ихтимал. Анастасия Дубровская билдәләүенсә, Америкалағы медицина клиникаһында ҡатмарлы операциялар яһатыу мөмкинлеге бар. Ҡолаҡтарҙы лазер ярҙамында тишеп, яралы участкаларҙы баланың баш тиреһе менән ҡапларға була. Яһалма һөйәк ярыһы барлыҡҡа киләсәк.

Тик әмәлиәт түләүле. 14 миллион ярым һум тәшкил итә. Дубровскийҙар ғаиләһе ҙур сумманы яңғыҙы ғына күтәрә алмай. Шуға күрә улар социаль селтәрҙәрҙә аҡса йыйыу ойошторған. Богданға һәр кем ярҙам итә ала, экранда реквизиттар күрһәтелгән. Медицина ярҙамы алғандан һуң, бала үҙаллы ишетеп, һөйләшә лә башлар тип көтөлә.

Гөлназ Хәйбуллина