Өфөнөң Затон биҫтәһендәге дүрт шәхси йортта апрелдән бирле һыу юҡ

Ике ай һыуһыҙ. Өфөнөң Затон биҫтәһендәге дүрт шәхси йортта апрелдән бирле һыу юҡ. Йорт хужалары был проблема буйынса Ленин районы хакимиәтенә һәм «Өфө водоканал» предприятиеһына мөрәжәғәт иткән. Ярҙам һорап улар БЮТ каналының редакцияһына ла шылтыратты.

Һауыт-һабаны таста йыуабыҙ. Ике балам бар, уларҙы йыуындырырға ла кәрәк. Беҙҙең күршеләрҙә лә ошондай уҡ хәл.

Алина Аҡсурина, Шмидт урамы 68 б йортонда йәшәүсе

Шмидт урамындағы тыҡрыҡта тағы ла өс йортта һыу юҡ. Һыуҙы улар икенсе урамдағы колонканан ташый

Һыу юҡлығы тураһында Ленин районы хакимиәтенә мөрәжәғәт иткәндәр. Яҙғыһын был урамдан подрядсы ойошма күп ҡатлы йортҡа электр үткәргән. Тап шул көндән кранда һыу килеүе туҡтаны, ти Алина. Хакимиәттә белдереүҙәренсә, подрядсы ойошма ерҙе киренән ҡаҙып торбаларҙы тикшергән, әммә зарарланған урынын тапмаған.

«Өфө водоканал» предприятиеһы һыу үткәргесте төҙөкләндереүҙе шәхси йорттарҙа йәшәүселәрҙең үҙ иҫәбенә башҡарырға кәрәклеген белдерә.

Тимәк, йорт хужаларына аҡса йыйып үҙҙәренә һыу үткәргесте ремонтларға тура киләсәк. Яҡынса сумма 150 мең һум кимәлендә баһаланған.

Рәмилә Исмәғилева