Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы Башҡортостанға ете мең дана шәхси һаҡланыу сараһы бүлгән

Your browser doesn't support HTML5 video.

Мәктәптәргә противогаздар. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы Башҡортостанға ете мең дана шәхси һаҡланыу сараһы бүлгән. Улар Тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре дәрестәрендә ҡулланыу өсөн республиканың белем усаҡтарына таратыласаҡ.

Заманса противогаздарҙы тәүге булып хәрби йыйындар ваҡытында Өфөнөң Орджоникидзе районы уҡыусылары һынап ҡараны. Йыл һайын Ҡомлокүл ауылындағы лагерҙа 10-сы синыф уҡыусылары өсөн махсус смена ойошторола. Был юлы унда 120 егет тормош мәктәбе үтте. Дүрт көнгә иҫәпләнгән программа буласаҡ ил һаҡсыларының физик әҙерлеген тикшереүгә йүнәлтелгән. Улар шулай уҡ ҡоралдан атырға, тигеҙ сафтарҙа атларға һәм автоматты һүтеп-йыйырға өйрәнде.

Йыйындарҙы ябыу тантанаһына республиканың элеке хәрби комиссары Игорь Харченко килде. Һуңғы көндә мәктәп уҡыусылары Генерал-майорға тактик алым күрһәтте. Йәғни, улар оборона тотоп, яу яланында яралаған иптәштәрен ҡотҡарҙы.

Илдар Байбулатов