Өфөлә еңел атлетика буйынса Рәсәй беренселеге уҙасаҡ

Your browser doesn't support HTML5 video.

Ярыш урынын тикшереү өсөн Башҡортостанға Мәскәүҙән комиссия килгән. Беренселек Рима Баталованың Спорт әҙерлеге үҙәге стадионында үтә. Комиссия ағзалары электроника, техника төҙөклөгө, судьялар корпусы, хронометристар эшен тикшерҙе.

Бының өсөн баш ҡалала еңел атлетика буйынса Башҡортостан кубогы уҙғарылды. Ҡатнашыусылар биш дисципина – 200, 800 метр һәм 3 километр арауыҡҡа йүгереү, оҙонлоҡҡа һикереү һәм йәҙрә атыу буйынса көс һынашты.

Әлбиттә, яҡшыраҡ һикерергә теләгәйнем, ләкин ҡаршыға иҫкән ел ҡамасауланы. Йүгереп килгәндә арауыҡты ла теүәл иҫәпләп булманы.

Мария Мөхәмәтйәрова

Республика Кубогында Стәрлетамаҡ һәм Бөрө командалары ҡатнашманы. Был ҡалалар еңел атлеттары Чебоксарға Волга буйы федераль округы беренселегенә юлланған.

Бер аҙна элек беҙ урта һәм өлкән йәштәге үҫмерҙәр өсөн республика беренселеге уҙғарғайныҡ. Әле йәштәр беренселеге спартакиадаһы һәм чемпионатҡа әҙерлек бара.

Геннадий Алексеев, Башҡортостандың еңел атлетика буйынса йыйылма командаһының баш тренеры

Гөлдәриә Йосопова