Осрашыу Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумы барышында ойошторолдо. Башҡортостан һәм Бахрейн араһында тауар әйләнеше бөтөнләй юҡ тиерлек. Радий Хәбиров беҙҙең республика һәм ислам короллеге араһында хеҙмәттәшлек булдырырға тәҡдим итте. Абдуллатиф бин Рәшит әл Заяни Башҡортостан вәкилдәрен Бахрейнға саҡырҙы һәм үҙҙәре лә беҙҙең республикаға рәсми сәфәр менән килергә теләк белдерҙе.