Документты Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, ВТБ банкы идараһы рәйесе Андрей Костин һәм ВЭБ.РФ үҫеш корпорацияһы рәйесе Игорь Шувалов имзаланы. Килешеүгә ярашлы, Өфөнән “Көнсығыш сығыу юлы” – М5 “Урал” федераль трассаһына автомобиль юлы төҙөү өсөн 11 миллиард 600 миллион һум бүленә. Объект 2024 йылда файҙаланыуға тапшырылырға тейеш.