Ул Бәләбәй районында була. Петербург иҡтисади форумында Республика башлығы Радий Хәбиров һәм "Таврос" компанияһы вәкиле Рөстәм Мирғәлимов ошо турала инвестиция килешеүенә ҡул ҡуйҙы. Яңы комбинат тәүлегенә 300 тонна продукция етештерәсәк. Проект 2024 йылға тиклем ғәмәлгә ашырылырға тейеш, ошо маҡсатта 9 миллиард һумдан ашыу аҡса бүленә. "Бөтә Республика өсөн әһәмиәтле объект, пандемия шарттарында ла ҙур проекттарҙы ғәмәлгә ашырабыҙ", тине Радий Хәбиров. Санкт-Петербургта Халыҡ-ара иҡтисади форум бөгөн дә дауам итә. Унда Башҡортостан делегацияһы ҡатнаша.