Петербург иҡтисади форумы барышында Республика башлығы Радий Хәбиров һәм компания етәксеһе Сергей Горьков ошо турала килешеүгә ҡул ҡуйҙы. Документ Башҡортостандың иҡтисади ҡеүәтен арттырыуға, тәбиғәт ресурстарын һөҙөмтәле файҙаланыуға йүнәлтелгән. Ер аҫты байлыҡтарын эшкәртеү иҡтисади йәһәттән һөҙөмтәле - яңы эш урындары асыла, табыш алына, тине Радий Хәбиров. "Росгеология" директоры Башҡортостан менән оҙайлы һәм һөҙөмтәле хеҙмәттәшлеккә ышаныуын белдерҙе.