Петербург иҡтисади форумында Премьер-министр Андрей Назаров "Автобан" компанияһы генераль директоры Алексей Андреев менән осрашты. Унда "Алға" махсус иҡтисади биләмәһендә яңы проекттар ғәмәлгә ашырыу мөмкинлеге ҡаралды. Шулай уҡ компания беҙҙең республикала юл объекттарын ремонтларға әҙер. Башҡортостан тейешле исемлек төҙөргә тейеш була. Санкт-Петербургта халыҡ-ара иҡтисади форум иртәгә тамамлана.