Башҡортостандың төҙөлөш тармағы мөмкинлектәрен юғары баһаланды

Рәсәй төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Ирек Фәйзуллин Башҡортостандың төҙөлөш тармағы мөмкинлектәрен юғары баһаланы. Петербург халыҡ-ара иҡтисад форумында Республика башлығы Радий Хәбиров уның менән осрашты. Ирек Фәйзуллин белдереүенсә, Башҡортостанда  төҙөү һәм проектлау буйынса яҡшы компаниялар эшләй. Уникаль төҙөлөш комплексы һаҡлап ҡалынған, тине министр. Әле федераль министрлыҡтар ҡарамағында беҙҙең республиканан 20 инфраструктура проекты бар, уларҙың дөйөм хаҡы 100 миллиард һумдан арта.