Электромобиль хужалары парковка өсөн түләмәй

Республика парламентында ошо турала ҡанун ҡабул ителде. Һүҙ дәүләт һәм муниципалитет биләмәләрендәге туҡталҡалар хаҡында бара. Закон сауҙа комплекстарындағы парковкаларға ҡағылмай. “Беҙ экологияға зыян килтермәгән транспорт ҡулланыусыларҙы дәртләндерергә тырыштыҡ”, - ти депутаттар. Электромобиле булған кешеләр транспорт һалымынан да азат ителгән.