Республиканың ауыл тренерҙарына ярҙам тәжрибәһе лә бөтә илгә таралыуы ихтимал

Санкт-Петербургта барған иҡтисад форумында ҡатнашыусылар “Ауыл тренеры” төбәк программаһына юғары баһа бирҙе. Рәсәйҙә бары тик Башҡортостанда ғына ауыл спорты өсөн гранттар ҡаралған.