Владимир Путин Башҡортостандың инвестиция климаты буйынса милли рейтингтың тәүге бишәү исемлегенә инеүен билдәләне. Ил башлығы ауыр пандемия шарттарында туҡтап ҡалмай киреһенсә, яҡшы эшлекле климат урынлаштырған төбәктәргә рәхмәтен еткерҙе.
Ил хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Андрей Белоусов иһә был күрһәткесте сенсация тип баһаланы. Инвесторҙар һәм эшҡыуарҙар өсөн яҡшы шарттар булдырылған иң яҡшы бишәү исемлегенә Башҡортостан тәүге тапҡыр инде. Стратегик башланғыстар агентлығы ойошторған рейтинг һөҙөмтәләре Санкт-Петербургта үткән халыҡ -ара иҡтисади форумда иғлан ителде.
Башҡортостан пандемия осоронда иҡтисадты йәнләндереү маҡсатында өс саралар пакеты ҡабул итте. Уларҙың дөйөм күләме 46 миллиард һум менән баһалана. 55 меңдән ашыу бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары реаль ярҙам алған. Һәр районда бизнес шерифтар булдырылыуы ла башҡа төбәктәргә өлгө итеп ҡуйылды.
Юғары баһаға бизнес өлкәһенә булған административ баҫымдың кәметелеүе лә булышлыҡ иткән. Радий Хәбиров әйтеүенсә, һәр потенциал инвесторҙа уның шәхси телефон һандары бар. Эшҡыуар, инвестиция сәғәте форматында уҙғарылған кәңәшмәләр ҙә үҙ һөҙөмтәләрен бирә.
Стратегик башланғыстар агентлығы ойошторған рейтингта Башҡортостан 2015 йылдан уҡ ҡатнаша . Ул ваҡытта беҙ 40 –сы баҫҡыста инек. 2018 йылда төбәк 23-сө урынды биләне. Былтыр был өлкәләге эшмәкәрлекте туғыҙынсы урында тамамлағайныҡ.
Айнур Кәбиров