Йүнәлештәр, өҫтөнлөктәр, проблемалар

Башҡортостан башлығы ҡарамағындағы Дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһында ошондай исем аҫтында ғилми-ғәмәли конференция үтте.

Халыҡ-ара конференцияның төп темаһы булып Рәсәйҙең конституция-хоҡуҡи үҫеш йүнәлештәре тора. Сарала сит илдәрҙән һәм Рәсәй төбәктәренән билдәле ғалимдар, дәүләт һәм муниципаль власть вәкилдәре ҡатнаша.

Башҡортостандың юғары уҡыу йорттары студенттары ла саҡырылған. Һөйләшеү пленар ултырыш, түңәрәк өҫтәлдәр сиктәрендә лә, онлайн форматта ла алып барыла. Эксперттар фекеренсә, конституциялағы үҙгәрештәргә арналған ғилми-ғәмәли форум оло әһәмиәткә эйә. Сөнки илдең төп ҡануни доументына өҫтәмәләр, яңылыҡтар индерелде.

Хәҙер инде уларға нигеҙләнеп үҫеш йүнәлештәрен билдәләү, ҡануниәтте камиллаштырыу шарт. Бынан тыш, һәр төбәктең үҙенә генә хас үҙенсәлектәре лә бар, улар ҙа иҫәпкә алына, ти Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Рөстәм Ишмөхәмәтов.

Рәмзиә Кәримова