Ейәнсура районы Арсен ауылынан сыҡҡан меценаттар тыуған төйәгенә ярҙам итә

«Атайсал» үҫеш нигеҙе. Республика башлығы иғлан иткән проект бөгөн үҙ һөҙөмтәлеһен бирә. Илдең төрлө төбәктәрендә йәшәүсе яҡташтарыбыҙ ҡатнашырға теләк белдерә.

Ейәнсура районы Арсен ауылынан сыҡҡан меценат замандаштарыбыҙ быға тиклем дә тыуған ауылынан онотмай, һәр яҡлап ярҙам итә килгән. Улар башҡарған эштәрҙе бөгөн һанап бөтөрлөк түгел. БЮТ каналы хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.

Арсендар тыуған ауылын шиғри юлдарҙа ғына ҙурламай, эш менән дә һәр саҡ ярҙам итеп тора. Мәктәп тауы ауылдаштарҙың бала саҡ хәтирәһенән һаҡлай. Ҡыш саңғы-сананан шыуыу, йәй таң ҡаршылар ҡәҙерле урын һанала. Бөгөн урындағы халыҡты тау битләүендә үҙенсәлекле арт-объект сәләмләй. Асылған китап бите аҫтында мәктәп партаһы меценант Леонид Егоров тырышлығында булдырылған. Уның үҙ глобусы, билдәле яҙыусы Лев Толстойҙың әҫәренән өҙөк, ҡаурый ҡәләме бар.

Тауҙағы арт-объект менән генә түгел, үҙенсәлекле стилдә эшләнгән сиркәү менән дә хаҡлы ғорурлана урындағы халыҡ. Ул да шулай уҡ ошо уҡ ауылда тыуып-үҫкән, әле ситтә йәшәгән меценант тарафынан эшләнгән.

Егоровтар башҡаларға ла үрнәк булып тора. Ауылдан сығып, тормошта үҙ урынын табып та Кесе Ватанын онотмай төрлө яҡлап итеүселәр етерлек тип әйтергә кәрәк. Бөгөн Еңеү паркындағы күләмле эштәр ҙә тап улар ярҙамында алып барыла.

Ә ауыл кинотеатры менән республиканың, хатта район үҙәктәре лә көнләшерлек. Тамаша залындағы йомшаҡ креслоларға киткән сығымдарҙың күп өлөшө меценанттар ҡаплаған. Урындағы хоккей командаһының үҙ спорт ҡоролмаһы, махсус кейемдәре булыуында ла ситтә йәшәгән ауылдаштарҙың эш һөҙөмтәһе. Был һанап үтелгәндең бер нисәүһе генә, ти төбәк халҡы.

Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһының уңышлы тормошҡа ашырылыуында ситтә йәшәгән яҡташтарҙың да өлөшө ҙур. Проектта ҡатнашыу өсөн ауыл халҡы йыйған суммаға улар ҙа күпләп аҡса ҡуша. Һөҙөмтәлә Арсен башҡа ауылдарҙан алдынғылыҡты биләй. Быйыл урындағы халыҡ тракторлы булыу теләге менән яна.

Азат Ғәлиуллин