Билдәле ғалимә, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре Фирҙәүес Хисамитдинова 70 йәшен билдәләй

Күренекле шәхес олуғ юбилейын 100-ҙән ашыу фәнни хеҙмәт менән ҡаршы ала. Башҡорт теленең 10 томдан торған академик һүҙлеге лә тап Фирҙәүес Ғилметдин ҡыҙының етәкселегендә донъя күрә. 8-се тиҫтәһен ваҡлаған ғалимә бөгөн дә фәнни асыштар юлында. Улар хаҡында БЮТ каналы хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.

Лексикология, мифология, диалектология, фонетика, һүҙлектәр, дәреслектәр. Фирҙәүес Хисамитдинованың фәнни эшмәкәрлеге күп төрлө йүнәлеште үҙ эсенә ала. Уларҙың һәр береһе башҡорт тел ғилемен үҫтереүгә тос өлөш индергән. Ғалимә әйтеүенсә, бар асыштарҙың нигеҙендә бала саҡ ҡыҙыҡһыныуҙары ята. Тап шул осорҙа кешегә ғүмерлек нигеҙ һалына. Ғаиләлә белемгә ынтылыш көслө икән, ул үҙ емештәрен бирә, ти ул.

Әлбиттә, уҡытыусыларҙың да йоғонтоһо ҙур. Фирҙәүес Хисамитдинова был йәһәттән дә уңа. Тыуған ауылы - Әбйәлил районы Рәхмәт мәктәбендә лә, Белорет педагогия училищеһында ла, Башҡорт дәүләт педагогия университетында ла ул көслө педагогтар ҡулында белем ала. Тап юғары уҡыу йорто студенты сағында Мәскәүҙәге фәнни конференцияла ҡатнашыу Фирҙәүес Ғилметдин ҡыҙының фәнгә ынтылышын нығыта. Артабан аспирантура һәм фәнгә бағышланған ғүмер, 100-ҙән ашыу ғилми хеҙмәт.

Фирҙәүес Хисамитдинова төрки донъяла билдәле ғалимә генә түгел, талапсан һәм ғәҙел остаз да. Уның ҡул аҫтында бер нисә быуын фән докторҙары һәм кандидаттары үҫеп сыҡан.

Фирҙәүес Ғилметдин ҡыҙы олуғ юбилейын да эш өҫтөндә ҡаршылай. Уның багажында башҡорт тел ғилемен үҫтереүгә арналған фәнни хеҙмәттәр, дәреслектәр. Ә иң күләмле эштәренең береһе – ғалимәнең ҡул аҫтында баҫылған башҡорт теленең 10 томлыҡ академик һүҙлеге. Әммә Фирҙәүес Хисамитдинова был ҡаҙаныштар менән генә тынысланырға йыйынмай, ул оло маҡсаттар ҡуйып һәм тормошҡа ашырып өйрәнгән.

Фирҙәүес Хисамитдиноваға дәүләт органдарында етәксе вазифаһын биләргә лә, йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнашырға ла тура килә. Фиҙакәр хеҙмәте юғары дәүләт наградалары менән баһалана. Әммә ғалимәнең халҡына ҡалдырған иң оло байлығы – фәнни хеҙмәттәре, улар мәңгелек.

Рәмзиә Кәримова