Башҡортостан Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында 120 миллиард һумлыҡ килешеүҙәр төҙөгән

Республика Башлығы Радий Хәбиров федераль телеканалдарға интервьюла шул турала белдерҙе. “Башҡортостан Сода компанияһы” “Роскосмос”, ВЭБ.РФ дәүләт үҫеш корпорацияһы, Lasselsberger компанияһы, Мәскәү дәүләт халыҡ-ара мөнәсәбәттәр институты – МГИМО менән килешеүҙәргә ҡул ҡуйылды. Беҙҙең республика Инвестиция мөхите буйынса милли рейтингта 5-се урын алды. Башҡортостан Хөкүмәтенең бизнесҡа күрһәткән ярҙамы юғары баһаланды.