Бөгөн Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында кире иҫәпкә старт бирелде. Тантанала Республика Башлығы Радий Хәбиров, Рәсәй Спорт министры Олег Матыцин һәм билдәле спортсылар ҡатнашты. Санкт-Петербург һәм Өфө араһында видеоэлемтә ойошторолдо. Әле республикабыҙ баш ҡалаһында грек-рим көрәше буйынса Рәсәй йәштәре спартакиадаһы үтә. Унда еңеүселәр милли команда составында донъя чемпионатында сығыш яһай. Турнир Өфөлә 11 августа башлана. Спорт алышы буйынса йәштәр араһында донъя беренселеге Рәсәйҙә тәүге тапҡыр ойошторола.