Башҡортостанда һабайтуҙар миҙгеле

Милли байрам бөгөн 25 районда гөрләне. Йолаға ярашлы баҫыу эштәре тамамланғас ойошторолған сара йылдағыса тәбиғәт ҡосағында күпләп кешене берләштерҙе.

Тамашасылар иғтибарына милли уйындар, сағыу мәҙәни программа тәҡдим ителде. Башҡортостан башлығы ҡушыуы буйынса һабантуй айыҡ биләмә. Спиртлы эсемлектәр һатыу тыйыла. Милли байрам майҙанынан БЮТ каналы хәбәрсеһе Флорида Ким репортажы.

Көтөп алынған Һабантуйҙы асыҡ итеп иғлан итеү өсөн байраҡты баҫыу батырҙары күккә күтәрә. Яҙғы сәсеү тамамланған һәм тәжрибәле тракторсы Марат Имәнғилдин тиҙҙән мул уңыш йыйырбыҙ тип өмөтләнә.

Быуаттар төпкөлөнән килгән һабантуй – боронғо йолаларҙы, уйындарҙы туплаған байрам. Тәбиғәт ҡосағында үткән сарала берәүҙәр ауылдаштары менән аралашып ял итһә, икенселәр ярыштарҙа көс һынашып бүләктәр оторға ашҡына.

Милли көрәш һәм ат сабыштары һәр ваҡыттағыса һабантуйҙың йәме. Батырҙар бил һынашҡан майҙанда тамашасылар гөж килә. Береһенән-берһе көслө егеттәр баһадирлығын күрһәтеп төп бүләк тәкәне оторға ынтылды.

Башҡортостан башлығы ҡушыуы буйынса һабантуй үткән райондарҙа спиртлы эсемлектәр һатыу тыйылды. Шулай уҡ хәүефһеҙһеҙлек ҡағиҙәләре үтәләшенә лә етди иғтибар бүленде.

Күп райондарҙа һабантуйҙар киләһе шәмбе -12 июндә үтәсәк .Айырым район-ҡалаларҙа байрам сараһы июлдә ойошторолосаҡ. Күңел асып, көс-дәрт тупларға ярҙам иткән һабантуйҙар башҡорт халҡына хас ҡунаҡсыллыҡ, бай йөкмәткеле тамаша һәм уйындар менән үтте.

Флорида Ким