Беренсе плюс. Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернатында ошондай исем аҫтында төбәк-ара балалар проекты тормошҡа ашырыла. Ул Республика башлығы Радий Хәбировтың грантына ойошторолған.
Проект сиктәрендә белем усағында Рәсәйҙең башҡорттар күпләп йәшәгән 9 төбәгенән 200-гә яҡын бала өсөн бер аҙналыҡ йәйге лагерь асылған. Бында балаларға бай йөкмәткеле программа әҙерләнгән. Экскурсиялар, концерттар, милли байрамдар. Бөгөн уҡыусылар һабантуй майҙанына йыйылды. Был хаҡта тулыраҡ БЮТ каналы хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.
Уҡыусылар каникулда, ә гимназияның спорт майҙансығы милли уйындарҙан, ярыштарҙан гөрләп тора. Бында Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән килгән балалар өсөн һабантуй ойошторолған. Педагогтар әйтеүенсә, Башҡортостандан ситтә йәшәгәндәр өсөн туған телдәге мөхит, аралашыу иң ҙур байлыҡ.
Башҡортостан башлығы грантына ситтә йәшәгән милләттәштәребеҙ өсөн беренсе плюс төбәк-ара балалар проекты быйыл тәүге тапҡыр ғына тормошҡа ашырыла.Әммә ул уҡыусылар араһында ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырған, Өфөгә килергә теләгәндәр көтөлгәндән дә күберәк булып сыҡҡан.
Майҙанда спорт ярыштарынан, милли уйындарҙан тыш тирмә лә ҡуйылған. Бында башҡорттарҙың аш-һыуҙары, кейем өлгөләре, көнкүреш әйберҙәре менән танышырға мөмкин. Татарстандан Рауза Мусина әйтеүенсә, Яр Саллы ҡалаһында башҡорт йәкшәмбе мәктәбе, ижади түңәрәктәр эшләй. Әммә хәл итәһе мәсьәләр ҙә байтаҡ, мәҫәлән бейеү өсөн аяҡ кейемдәре алыу талап ителә. Ҡул эштәре менән шөғөлләнеү өсөн боронғо кейем өлгөләре лә кәрәк.
Балалар ҡыуанысын йәшермәй, улар өсөн бай йөкмәткеле, мауыҡтырғыс программа әҙерләнгән. Өфө ҡалаһы буйлап экскурсиялар, эстрада йондоҙарының концерты, мәҙәни саралар.
Уҡыусылар ғына түгел, уҡытыусылар ҙа ваҡытын файҙалы итеп уҙғара. Өлкәндәр өсөн Башҡортостандың билдәле педагогтары ҡатнашлығында оҫталыҡ дәрестәре, түңәрәк өҫтәлдәр ойошторолған.
Рәмзиә Кәримова