Өс көн дауам итәсәк сара урта махсус һәм юғары уҡыу йортонда белем алыусылар араһында ойошторола. Студенттар беренсе ярҙам, авария-ҡотҡарыу эштәре, туриада кеүек төрлө форматтағы программала һынау тотасаҡ. Фестиваль туризмды ла үҙ эсенә алыр тип көтөлә. Әҙерлек эштәре аҙна-ун көн элек башланған.
Фестиваль Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һәм Граждандарҙы яҡлау идаралығы ҡотҡарыусылары ярҙамында үтә. Республика студенттар араһында ойошторолған бындай сара илдә бөгөн берҙән-бер булып ҡала. Әлегә тиклем буласаҡ ҡотҡарыусылар тәрбиәләгән, беренсе ярҙам күрһәтеү нормативтарын тапшырыусылар араһында ярыш үткәне булмаған.
Азат Ғәлиуллин