Бөгөн Башҡортостан Хөкүмәтендә оператив кәңәшмә үтә

Уны Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уҙғара. Ултырыш әлеге минуттарҙа башланып тора. Видеоэлемтә ярҙамында район һәм ҡала башлыҡтары менән санитар-эпидемиологик, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, юл-транспорт тармағындағы хәл ҡарала. Ултырышта яҙғы-баҫыу эштәре һәм ағас ултыртыу акцияларына йомғаҡ яһала, Өфөнөң Ағиҙел йылғаһы яры буйы торошо, республикаға инвестициялар йәлеп итеү буйынса фекер алышыу була. Кәңәшмәне Хөкүмәттең YouTube каналында һәм социаль селтәрҙә тура эфирҙа ҡарарға мөмкин.