Финалда Канада һәм Финляндия йыйылма командалары осрашты. Өҫтәмә ваҡытта 3-2 иҫәбенә Канада хоккейсылары еңеү яуланы һәм үҙ тарихында 27-се тапҡыр донъя чемпионы исеменә лайыҡ булды. Рәсәй командаһы сирек финалда тап Канада уйынсыларынан отолдо һәм миҙалдар өсөн көрәштән төшөп ҡалды. Киләһе йылда хоккей буйынса донъя чемпионаты Финляндияла үтә.