Радий Хәбиров Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында эшләгән командаға рәхмәт белдерҙе

Бөгөн Хөкүмәттә оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы абруйлы сараға бәйле фекерҙәре менән уртаҡлашты. “Беҙҙең республика ҡеүәтле инвестиция проекттары буйынса килешеүҙәр төҙөнө. Форум һөҙөмтәләрен юғары баһалайым”, - тине Радий Хәбиров.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Радий Хәбиров иҡтисадтың төп тармаҡтарында күрһәткестәр менән таныштырҙы. Ауыл хужалығы һәм төҙөлөштә үҫеш күҙәтелә. Республика Башлығы торлаҡ төҙөлөшөн артабан да йылдам алып барырға һәм тармаҡта тәртип урынлаштырыуҙы дауам итергә кәрәк тип белдерҙе.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт