Өфөлә Ҡала көнөндә йылға техникаһы һәм авиация парады үтә

12 июндә “Торатау” конгресс холы янындағы амфитеатрҙа “Рәсәй даны” фестивале була. Унда республика артистары ла сығыш яһай. Баш ҡала хакимиәте башлығы Сергей Греков һүҙҙәренсә, һыу транспорты һәм самолеттар парады ошо сараға сағыу биҙәктәр өҫтәйәсәк. Халыҡ Ағиҙелдә йөҙөп барған 50-нән ашыу төр һыу транспорты - теплоход, пароход, катер, каноэ, байдарка һәм кәмәләрҙе күҙәтә ала. Һауа парадында бәләкәй авиацияға ҡараған 3 самолет ҡатнаша, улар юғары пилот оҫталығын күрһәтә. 12 июндә булған саралар теҙмәһе менән Өфө хакимиәте сайтында танышырға мөмкин.