Өфөлә 6 йәшлек бала “Бейеүсе торналар” фонтанында йәрәхәтләнгән

Уйнап йөрөгән малайҙың аяғы декоратив деталгә ҡыҫылып ҡалған. Баланы ҡотҡарыу өсөн белгестәргә электр ҡоралы ҡулланырға тура килгән. Зыян күреүсегә табиптар ҙа ярҙам күрһәткән, әле ул өйөнә ҡайтарылған. Күңелһеҙ ваҡиға ваҡытында малай ата-әсәһе менән бергә булған.