Беренсе вице-премьер – Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов белдереүенсә, ошо суммаға 70-тән ашыу юл проектын тормошҡа ашырыу планлаштырыла. Улар араһында Сибай – Подольск – Һары тимер юл линияһы, Өфө тимер юл үҙәге һәм күперҙәр бар.