Башҡортостанда һуңғы тәүлектә коронавирустан 1 кеше вафат булған

Инфекция ҡорбандары 533-кә етте. Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, вирус йоҡтороусылар исемлегенә 91 кеше өҫтәлгән. Стационарҙа дауаланыусыларҙың 28-е ауыр хәлдә, ике пациент үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған. Табиптар халыҡты ковидҡа ҡаршы прививка яһатырға өндәй. Республикала 170-тән ашыу урында, шул иҫәптән мобиль пункттарҙа вакцина эшләтергә була.