#Миллионөфөлө Интернетта ошондай шиғри флешмоб иғлан ителде

“Һеңлем” фильмында төп ролде башҡарған Арыҫлан Ҡырымсурин уны Өфө ҡәлғәһенә нигеҙ һалыныуға 447 йыл тулыуға бағышлаған. Баш ҡала хакимиәтенән үҫмер старт биргән акцияны хуплауҙары тураһында белдерәләр. Унда ҡатнашыу өсөн яратҡан ҡалаңа арналған шиғыр һайларға һәм уны уҡып видеоға төшөргә кәрәк. Яҙма #миллионөфөлө хэштегы менән социаль селтәргә урынлаштырыла.