"Инцидент-менеджмент" системаһы. Һыу бар! Рәхмәт!

 “Бәләбәй районы Надеждино ауылының Баҫыу урамында ике аҙнаһыу менән тәьмин итеүҙә проблема бар. Һуңғы ике тәүлектә эсәр һыу бөтөнләй булманы. Был мәсьәлә беҙҙе бер нисә йыл борсой. Ауыл хакимиәте көнүҙәк проблеманы хәл итеү юлдарын эҙләмәй”.

Хат авторының исем-шәрифе ҡуйылмаған.

Был мөрәжәғәткә Бәләбәй районы хакимиәте башлығы Азат Сәхәбиев яуап биргән.

 “28 майҙа “Бәләбәй водоканалы” Баҫыу урамындағы һыу селтәрҙәрендәһыу күләмен арттырыу буйынса ремонт эштәрен тамамланы. Насос яңыртылды, системала һыу баҫымы арттырылды.

Һорауҙарығыҙ булһа, Аксаков ауыл Советына шылтыратығыҙ. Бәйләнеш телефоны: 8 (34786) 2-34-33”.