"Инцидент-менеджмент" системаһы. Юл билдәләре буласаҡ

Салауатта йәшәгән Людмила Сычкованың мөрәжәғәте “Инцидент-менеджмент” системаһында теркәлә. Ҡатын ҡалала юл тамғалары булмауға зарлана.

 “Юл билдәләре бер урамда ла юҡ. Йәйәүлеләр юлында ла, трассала ла. Эштәр ҡасанға планлаштырыла?”

“24 майҙан Салауатта юл тамғалары һыҙа башланыҡ. Эш дауам итә”, – тигән аңлатма биргән Салауат ҡалаһы хакимиәте.  

 Людмила Сычева мәсьәләнең хәл ителгәне өсөн рәхмәт белдергән.

 Фото: "Бәйләнештә".